

— Һеҙ, кис эштән ҡайтҡас, нимә эшләйһегеҙ?
— Мин көнө буйы банкта эшләп, арып ҡайтам. Шуның өсөн ял итәм.
— Ә ҡатынығыҙ кис көнө нимә эшләй?
— Ул киске аш әҙерләй, беҙҙе ашата, һауыт-һабаны йыуа, аш бүлмәһен йыйыштыра, балаларҙың өйгә бирелгән эштәрен тикшерә. Һуңынан уларҙы йоҡларға һала. Төндә, бәләкәй бәпесебеҙ илаһа, уны имеҙергә уяна. Ул бит иртән эшкә бармай.
Бына, өй хужабикәләренең көнө ошолайтып уҙа. Сөнки, улар бер ҡайҙа ла эшләмәй. Уларҙың дипломы булмауы ла ихтимал, улар эш хаҡы ла алмай.
Үҙегеҙҙең ҡатынығыҙҙың, әсәйегеҙҙең, өләсәйегеҙҙең, апайҙарығыҙҙың, ҡыҙҙарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ. Улар — ғаилә тотҡаһы. Уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ
«Һин берәй ҡайҙа эшләйһеңме, әллә, өйҙә генә ултыраһыңмы?», тигән һорауға яуап: «улар, тәүлегенә 24 сәғәт өй хужабикәһе булып эшләй. Улар — әсә, ҡатын, ҡыҙ, уятҡыс, ашнаҡсы, кәңәшсе, һаҡсы, хеҙмәтсе, уларҙың отпускаһы юҡ, больничный астырмайҙар, бары көнө-төнө эшләйҙәр һәм эш хаҡы алмайҙар»
Ҡатын-ҡыҙҙар тоҙ кеүек, улар барлыҡты бер кем иҫәпкә алып бармай, улар булмаһа, аштың-тормоштоң тәме юҡ.
Сығанаҡ: https://vk.com/club173566611
Фото: Pinterest