

Никахтың шарттары:
1) Кейәү ҙә, кәләш тә был никахҡа риза булырға тейеш. Көсләп никахлаштырырға ярамай.
2) Кәмендә ике шаһит никах килешеүен һәм мәһәргә нимә бирелеүен күрергә (ишетергә) тейеш. Шаһитҡа талаптар:
– мосолман булыу (кафыр кеше шаһит була алмай),
– бәлиғ йәштә булыу (сабый бала шаһит була алмай),
– үҙ аҡылында булыу (тиле кеше шаһит була алмай).
Ике шаһит – ул ике мосолман ир. Әммә бер ир-егет һәм 2 ҡатын-ҡыҙ ҙа бергәләшеп шаһит булырға мөмкиндәр. Йәғни, ирҙәрҙең берәүһен ике ҡатын алмаштыра ала. Әммә кәмендә бер ир-егет мотлаҡ булырға тейеш.
Никах уҡыусы имам үҙе лә шаһит була ала.
Әгәр мосолман егет кәләш итеп насрани (христиан) йә йәһүди ҡыҙын алһа, шул дин әһелдәренән дә кемдер шаһит булып иҫәпләнергә мөмкин.
Әммә Рәсәй шарттарында мосолмандарҙың христиан ҡыҙҙарын кәләшлеккә алыуы хуп күрелмәй, сөнки ундай ҡатындар аҙаҡ балаларҙы христиан диненә күсерергә мөмкин (миҫалдар күп).
3) Кейәү кеше шаһиттар алдында кәләшенә мәһәр бирә йә – әлегә бирә алмаһа – нимә бирәсәген һәм ҡасан бирәсәген әйтә. Мәһәргә нимә бирелерен ике яҡ та никахҡа тиклем үк һөйләшеп, алдан килешеп ҡуя.
Мәһәр – ул ҡалым түгел. Мәһәр мотлаҡ кәләш ҡыҙға бирелә һәм уның шәхси милке булып иҫәпләнә. Ирҙең дә, кәләштең ата-әсәһенең дә ул мәһәрҙе алырға (йәғни, ҡыҙҙың рөхсәтенән тыш ҡулланырға) хоҡуғы юҡ.
4) Никахты алдаҡ итеүсе кәртәләр булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, ир-егет бер юлы биш ҡатын менән йәшәй алмай. Йә, әйтәйек, мосолман ҡыҙ тик мосолман егеткә генә кейәүгә бара ала (дәһри йә насрани егеткә сыға алмай). Мосолман егет мөшрик (мәҫәлән, тәңресе) йә дәһри (атеист) ҡыҙҙы кәләш итеп ала алмай. Һәм башҡа. Шулай уҡ, кейәү менән кәләш яҡын туғандар ҙа булырға тейеш түгел. Тағын бүтән нескәлектәр ҙә бар.
5) Ҡыҙҙың вәлие (атаһы йә өлкән ағаларынан береһе һәм артабан шулай башҡалар) уны был егеткә кәләшлеккә бирергә риза булырға тейеш.
Атай һәм әсәй кешеләрҙең рөхсәтен һәм фатихаһын алып, матур һәм күңелле никах туйы яһап, дин һәм йола әҙәптәренә тура килтереп, тәртипле итеп өйләнешегеҙ.
Ә тәүфиҡ һәм һиҙәйәт – бер Аллаһтан.
"Башҡорттарға — дин!"