

*Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
*Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
*Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
*Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
*Торна бейеһә, һауа йылыныр, бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
Фото: culture.ru