+23 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Мая , 10:15

Уйланырға урын бар...

Секунд һайын кемдер берәү был донъяны ташлап китә. Беҙ ҙә шул сиратҡа баҫҡанбыҙ. Сиратта торорға яратмайым тип кенә унан сығып китә алмайбыҙ. Бер ҡасан да был сираттың аҙағына шылып баҫа алмайбыҙ.Шулай уҡ бер ҡасан да үҙебеҙҙән алда күпме кеше барын белә алмайбыҙ.

Уйланырға урын бар...Уйланырға урын бар...
Уйланырға урын бар...

Шулай булғас, сиратта торған саҡта...
— яҡшы нәмәләрҙе күберәк күрәйек
— йәшәүҙең, ваҡыттың ҡәҙерен беләйек
— башҡаларҙы хөрмәт итәйек
— күберәк изгелек эшләйек
— юҡ-бар ғына үпкәләрҙе онотайыҡ.

Һәр беребеҙ – был донъяла ҡунаҡ. Бөтәбеҙҙең дә хоҡуҡтары ла, бурыстары ла бер иш, сиратта үҙебеҙҙән алда торғандыҡы ла, артта торғандыҡы ла. Шуға, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе төрткөләмәй, сабыр ғына, һыйышып ҡына йәшәйек әле.

Ләлә Иҡбаева.

Автор:
Читайте нас