+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
12 Мая , 08:55

* * *

“Аленка” шоколадын барығыҙ ҙа беләһегеҙҙер, шулай бит? Заманында кондитер фабрикаһында шоколад тышына һүрәт таба алмайҙар. Башта Васнецовтың “Аленушка”һын ҡуйып ҡарайҙар, әммә ул артыҡ күңелһеҙ була. Бер нисә йыл был десерт төрлө тышлыҡтар менән сыға. 1965 йылда хатта моделдәргә конкурс та иғлан ителә. Шул ваҡыт быларҙың күҙенә “Здоровье” журналында баҫылған матур бер фото эләгә. Тумалаҡ сикәле, алһыу йөҙлө, яулыҡ ябынған бәләкәс ҡыҙыҡай Лена Геринас булып сыға.

* * ** * *
* * *

Фабрика етәкселеге баланың фотоһын алып, аҙыраҡ ирендәрен ҡалынайтып, күҙен зәңгәрләтеп, яулығын сағыуыраҡ төҫкә буяй ҙа, шоколад тышына ҡуйып һата башлай. Шунан алып ул беҙ өйрәнгән “Аленка” булып китә.

Лена Геринас күп йылдарҙан һуң ғына был хаҡта белеп ҡала. Фабриканы судҡа бирә, әммә шоколад магнаты тышлыҡта бөтөнләй уйлап сығарылған һүрәт икәнде “иҫбатлай”. Фабрика ҡатынға түләүҙән баш тарта.

Бөгөн “Аленка” ҡыҙы алмышты үткән. Ғүмер буйы фармацевт булып эшләй. Мәскәү аҫтында йәшәй.

Сағыштырмаға: Kinder Chocolate тышлығындағы көлөп торған малай Джош Бейтсон биш йәшендә шул реклама менән байый. Шоколад ҡағыҙынан сыҡҡан аҡсаһына Лондондағы Лафборо университетында белем ала. Ул бөгөн дә уңышлы модель.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас