+23 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Мая , 09:55

ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТА ЙОМОРТҠА ТӘГӘРӘТӘЛӘРМЕ?

- Беренсе май көнө ашарға алып, мотлаҡ йомортҡалар буяп, иртә менән тауға менә инек бала саға. Бешкән йомортҡаларҙы тау башынан аҫҡа тәгәрәтәбеҙ. Кемдең йомортҡаһы ярылмайса аҫҡа тиклем тәгәрәп төшә - шул еңеүсе. Был йола иген, уңыш уңһын өсөн үткәрелә, тип аңлата ине ололар. Гармун алып ололар үҙҙәре лә яланға байрам итергә сыға ине.Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр, ололар һәр береһе айырым ултырыр ине. Гармунға йырлап, бейеп, уйындар уйнап күңел асып ҡайта инеләр.

ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТА ЙОМОРТҠА ТӘГӘРӘТӘЛӘРМЕ?ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТА ЙОМОРТҠА ТӘГӘРӘТӘЛӘРМЕ?
ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТА ЙОМОРТҠА ТӘГӘРӘТӘЛӘРМЕ?

Электән килгән йоланың үҙ мәғәнәһе бар: Йомортҡаны тәгәрәткәс, уны бер кемдә йыйып алмай, ҡоштарға, башҡа тереклеккә ем булһын, тип ҡалдырғандар. Ошо рәүешле балаларҙа ҡош-ҡортҡа ярҙам итеү тәрбиәһе һалынған.

Йоиортҡа менән бәйле йолалар күп халыҡтарҙа бар. Был йоланың электән килгән мәғәнәһе лә бар.

Боронғо кешеләр орлоҡ сәсеүҙе Ерҙең түлләнеүе (ауырға ҡалыуы, ғоманлы булыуы) тип белгән. Башҡорттар, йомортҡа — түллек символы, тип, уның магик көсөнә инанған.

Йомортҡа тәгәрәтеү – тимәк, тыуым-үрсем күп була, тормош дауам итә тигән ырым. Муллыҡ, именлек килһен тип тәгәрәткәндәр. Йомортҡа тауҙан ни тиклем алыҫ тәгәрәп төшһә –йыл яҡшы килә тип юрағандар.

Икенсе юрау буйынса, тигеҙ яланда йомортҡа йыраҡҡа тәгәрәһә, тимәк, ер етешкән. Тәгәрәмәй икән, тимәк, әле сәсеүгә сығарга иртәрәк.

Йомортҡа тәгәрәтеү яңы ғына ҡышҡы йоҡонан уянып килгән ерҙе ашлау, туҡландырыу, аталандырыу вазифаһын үтәй, вәт!

Фото: fond-svetoslav.ru

Автор:
Читайте нас