+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән
20 Мая , 09:25

Бөгөн - Сәй көнө

Самауыр сәйе үҙенә бер төрлө тәмле була бит ул. Бала саҡ тәме булып хәтерҙә ҡалған. Беҙҙең самауыр ныҡ ҙур түгел ине: 5 литрлыҡ. Көн дә һөт йылытырға, сепарат борғас, ойотор өсөн һөттө ҡайнатырға ут яғаһың бит инде. Шуға тере ҡуҙға ҡытлыҡ юҡ. Һыу тултырып, сипсы менән ҡуҙ һалаһың да, тышҡа сығарып көлөн өрөп ултыртаһың. Күп тә үтмәй, шаулай башлай, үҙе бер ҡыуаныс, тимәк, тиҙҙән ҡайнап сығасаҡ. Шымып ҡалып, ҡапҡасының тишектәренән пар сығамы? Тимәк, ҡайнаған! Индереп батмусҡа ултыртаһың. Сәйнүккә тәмле генә сәй һалып, самауыр өҫтөнә бешерергә ҡуяһың.

Бөгөн - Сәй көнөБөгөн - Сәй көнө
Бөгөн - Сәй көнө

Теге һарыраҡ тышлы фил төшөрөлгән һинд сәйен иҫләйһегеҙме? Мин электән сәй айыра торғайным. Каникулға ҡайтһам, әсәй шуны һатыусының өйөнән барып ала ине шикелле, дефицит була торғайны ул сәй. Бәләкәйерәк саҡта таҡта сәйе лә эсә торғайныҡ, ҡатнаш сәй һатыла торғайны.
Аҙаҡ ҡайнатырға ҡуҙҙы һүндереп тә ҡуяһың. Көндөҙгө эҫелә ут яғып ултырып булмай бит. Беҙ мейестәге емелдәп ятҡан ҡуҙҙарҙы иҫкерәк көршәккә алып, өҫтөн ҡаплап ҡуя торғайныҡ. Шулай ҡуҙ һүндерҙек. Һыуһап китһәң, шуны һалып, терелтеп, самауыр ҡайнатаһың. Ҡуҙ бөтөп киткән саҡ та булғылай. Унда инде тап-топ та ярап ҡала.
Их, шул самауырыбыҙ юҡ хәҙер. 10-15 йыл элек ниндәйҙер сит милләт кешеләре ауыл халҡын алдап, самауырҙарын бер юрғанға йә әҙ генә аҡсаға алып китә ине бит. Беҙҙең дә самауырҙы шулай алып киткәндәр. Отпускыға ҡайтып был турала ишеткәс, уны йәлләп, илай яҙғайным. Ҡомартҡы итеп әле лә һаҡлар инек, ҡайтҡан һайын самауыр ҡайнатып эсер инек...
Беҙ самауырыбыҙҙы һаҡлап ҡына тотона инек. Унда күкәй һалып бешергәнебеҙҙе иҫләмәйем. Ә галстукты үтекләп алған саҡтар булды.
Кемдәрҙең самауыры бар, саң ҡундырып ултыртып ҡуймайһығыҙҙыр ул? Ҡуй, улайтмағыҙ, һирәк булһа ла ҡайнатығыҙ, самауырығыҙ үҙенең кәрәкле булыуына ҡыуанып, көлөп өҫтәл түрендә ултырһын.

Эльвира Рәшитовна.

Фото: 

Автор:
Читайте нас