+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән
21 Мая , 04:55

Ҡыярҙың япраҡтары һарғайып, бөгәрләнһә

Тимәк, уға бор етешмәй. Бындай осраҡта бор кислотаһы ярҙам итәсәк. Бор кислотаһы — универсаль сара: ул үҫемлекте кәрәкле микроэлементтар менән байыта, бәшмәк ауырыуҙарынан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлай.

Ҡыярҙың япраҡтары һарғайып, бөгәрләнһәҠыярҙың япраҡтары һарғайып, бөгәрләнһә
Ҡыярҙың япраҡтары һарғайып, бөгәрләнһә

Бор етешмәгәндә: 1 литр һыуға 1 грамм бор кислотаһы һалып, яҡшы итеп болғатырға һәм йәшелсәгә һибергә кәрәк. Әммә артыҡ ҡулланырға ярамай, был япраҡтың үтә күп үҫеүенә һәм уңыштың кәмеүенә килтереүе мөмкин.

Ҡулланыу тәртибе: Һәр төпкә яҡынса 100 мл ҡатнашма һибәләр. 1–2 сәғәттән һуң таҙа һыу һибергә кәңәш ителә.
 
Юғалтып ҡуймаҫ өсөн һаҡлап ҡуйығыҙ!
 
"Кәңәш-төңәш" төркөмөнән.
Фото: 7dach.ru
Автор:
Читайте нас