

Комедия амплуаһы хас булмаған миңә ул мәл яза булды, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Әхирәтем Рита Шәмсетдинова менән беҙҙән көсләп-көсләп ниндәйҙер тәрбиәһеҙ йыр йырлаталар. Райондар буйлап гастролдәр мәлендә беҙҙе тәнҡитләп, гәзиткә яҙып сыҡтылар. Шул гәзитте тотоп етәкселеккә индем дә, башҡаса ундай сығыштар яһатмауҙарын һораным. Декрет ялына китеп “ҡотолдом”. Вәлит ағай Илембәтов шаян кеше, “исем” тағырға оҫта. Минең “Ай ҡыҙы”нда уйнауыма төрттөрөп, лунатик тип көлдөрә ине. Атайым йор һүҙле кеше булды, әйтер һүҙен кинәйәләп кенә, төрттөрөп әйтеп ҡуйыр ине. Шаян хәбәрҙәре лә күп булды. Шундай мөхиттә үҫкәс, шаяртыуҙарҙы аңлап ҡабул итәм. Вәлит ағайға ла үпкәләмәнем. Әммә тормошта етди кешемен, тәбиғәтемә шулай һалынған. Кеше көлдөрөрлөк көләмәс тә һөйләй белмәйем, иҫемдә лә ҡалмай.
https://www.ye02.ru/kl/17919-ni-sn-jelmira-juldashevany-lunatik-tigndr.html