

Япраҡтарға беттәр эйәләшеп, улар ҡыҙарып, һүрәттәге кеүек тимгелләнеп торһа һәм әллә ни күп булмаһа, һәр береһен өҙөп юҡ итегеҙ ҙә баҡса магазинынан тәмәке оно йәки дегет ҡушып эшләнгән һабынды һыуҙа шыйыҡлатып һибегеҙ. Әгәр был да ярҙам итмәһә, "Танрек", "Конфидор", "Фитоверм", "Биотлин" кеүек химик препараттарҙың берәйһен алып һибегеҙ.
Ә инде бер ниндәй ҙә табы булмаған япраҡтар ҡойола икән, ҡарағаттарға дым етмәй. Ғөмүмән, уларға ла, алмағас-грушаларға ла сәскә атып емешкә тумаланғанда һыуҙы мул итеп һибергә кәрәк. Мәҫәлән, эре ағастар 8-10 биҙрәгә тиклем һыу "эсә". Һыу һибер алдынан төптәренә 1-2 ҡалаҡ суперфосфат йәки "Весеннее" тигән махсус ашламаны ла һалһағыҙ, уңышығыҙ артыр.
"Кәңәш-төңәш" төркөмөнән.