+25 °С
Облачно
Төрлөһөнән
28 Мая , 05:45

РЕКЛАМА ОҪТАҺЫ

Әхмәр Үтәбай: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1076-сы күҙәтеү. Донъяның иң шәп реклама оҫтаһы кем? XVI быуатта йәшәгән француз табип-фармацевты, яҙыусыһы, шағиры, астрологы һәм альхимигы Мишель де Нотрдам (1503-1566) тиер инем мин. Ул беҙ Нострадамус тип белгән бөйөк күрәҙәсе лә булған, күп һандағы шиғри трактаттар ижад итеп, уларға киләсәкте көтөләсәк ваҡиғаларҙы теркәгән. Күп кенә күрәҙәләре ысынбарлыҡҡа тап килеүе хаҡында бихисап легендалар йәшәй.Ә уның иң шәп реклама оҫтаһы булғанлығы нимәгә ҡайтып ҡала тиһегеҙме? Нострадамус үҙе үлгәндән һуң мәйетен аяғүрә баҫтырып ерләүҙәрен үтенгән.

РЕКЛАМА ОҪТАҺЫРЕКЛАМА ОҪТАҺЫ
РЕКЛАМА ОҪТАҺЫ

Бының маҡсатын төрлөсә аңлаталар. Имеш, ул был юл менән ҡәбере өсөн ер майҙанын экономияларға теләгән, имеш, меңәр йылдар үткәндән һуң һөйәктәре бер урынға тирелеп төшөп, кешелеккә мәңге хеҙмәт итергә теләгән, имеш...
Минеңсә, ул ошо юл менән донъяның меңәрләгән күрәҙәселәре араһында айырылып торор өсөн үҙенә реклама ғына яһаған. Башҡа күрәҙәселәр ҡәберҙә горизонталь урынлашһа, ул вертикаль рәүешен алып, уларҙан бер башҡа юғары булып күренеп тора, имеш...
...Бала саҡта беҙ Һаҡмарҙың арғы ярына өй һалып, күсеп сыҡтыҡ. Беҙҙең менән бер үк ваҡытта йорт төҙөгән Сәғәҙей ағай Ҡотоев та, атайым менән һөйләшеп, икебеҙҙең дә өйҙәрҙе сарҙаҡлы итеп эшләнеләр. Ауылыбыҙ өсөн яңы күренеш ине. Ситтән килгән кешеләр иң тәүҙә беҙҙең өйҙәрҙе күреп ҡалып, туҡталып, кем йәшәгәнен һорашып китәләр ине. Шул да иҫкә төштө...

Фото: yahoo.com

 

Автор:
Читайте нас