+25 °С
Облачно
Төрлөһөнән
2 Июня , 05:30

Пиондарҙағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Ҡырмыҫҡалар пиондарҙы ныҡ ярата ла инде. Йыл һайын бер үк хәл ҡабатлана: сәскә эсенә инеп тулалар. Йылдар буйы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәс, күп ысулдарҙы һынап ҡараным. Бына ошолары иң яҡшыһы булды.

Пиондарҙағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?Пиондарҙағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Пиондарҙағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Быйыл пиондар һәм раузаларға «Табазол» һибеп ҡараным, ҡырмыҫҡалар әҙерәк кәмене. Ямғырҙан һуң тағы ла һибергә кәрәк.
*

Ҡырмыҫҡалар ошоларҙы яратмай: мочевина һарымһаҡ һәм һуған еҫе,  нашатырь спирт. Хәҙер пиондар янына һарымһаҡ менән декоратив һуған ултыртам, был, ысынлап та, ярҙам итә!

Тағы бер нисә халыҡ ысулдары:

*
10 литр һыуға 50 мл нашатырь спирты ҡушып, бөркәм.
*

Бер сәй ҡалағы бор кислотаһы + бер сәй ҡалағы шәкәр + аҙ ғына һыу. Ҡаймаҡ ҡуйылығында булһын. Ҡырмыҫҡа оялары янына ҡапҡастарҙа һалырға.

*

Көслө итмәй генә тоҙ эретмәһен сәскә атҡансы һибегеҙ. Ә ҡайһы берәүҙәр «Великий воин» гелен маҡтай.

Ә һеҙ пиондарҙы ҡырмыҫҡаларҙан нисек һаҡлайһығыҙ? Үҙегеҙҙең генә һынап ҡараған ысулдарығыҙ бармы?

Сығанаҡ: https://web.max.ru/-74513664671994

Автор:
Читайте нас