

Һүҙгә бәләкәй улдары ла ҡушылды:
— Ул бит футбол хаҡында ла бер нәмә белмәй.
Һүҙгә оло ҡыҙҙары ҡушылып китте:
— Һеҙ уның йөҙөн күргәнегеҙ бармы? Уның бите һипкелдәр менән тулған.
Кейәүҙәре лә үҙенең һүҙен әйтте:
— Уның бөтөн белгәне — телевизор ҡарау ғына бит.
Өләсәләре лә ҡалтырана-ҡалтырана:
— Ул бит төҫөн килтереп кейенә лә белмәй, — тип әйтеп ҡуйҙы.
— Һеҙ уның килешмәгән күҙлек кейеп йөрөүен күргәнегеҙ юҡтыр әле, — тип ҡартаталары ла һүҙгә ҡушылды.
Тәнҡиттәрҙе тыныс ҡына тыңлап ултырған оло улдары:
— Эйе, шулайҙыр. Әммә ләкин уның берегеҙҙә лә булмаған бер өҫтөнлөгө бар, — тип әйткәс, бөтөн ғаилә бер тауыштан:
— Ниндәй өҫтөнлөгө? — тип һораны.
— Уның һеҙҙең кеүек туғандары юҡ, —
тип яуап ҡайтарҙы улдары.
Хөрмәтле дуҫтарым, кешенең кәмселеген күреү — ғорурлыҡ түгел. Киреһенсә, яҡшы яғын күреп, ыңғай баһа бирә белеү — ысын ғорурлыҡ.
Тормошта шуны күҙәтеп була: үҙҙәре кәмселектәр соҡорона төшөп батҡан уҫал һәм насар кеше ләр башҡаларҙағы яҡшы сифатты күрә алмайҙар. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе шундай хәлгә төшөүҙән һаҡлаһын.