

Йә Раббым, әлхәмделилләһ, тип Һиңә шөкөр ҡылам: ҡараңғы төнөмдө иҫән-имен уҙғарып, инде был яҡты көнөмә лә бер Һинең генә рәхим-шәфҡәттәреңә өмөтләнеп, риза-бәхиллегеңде алыу өсөн инәм.
И Раббым, был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде Һинең яратҡан ҡолоң булып, йәннәттәреңә инерлек игелектәр эшләп, дөрөҫ һәм ҡабул булырлыҡ ғибәҙәттәр ҡылып, ныҡлы иман, тыныс күңел менән, һау-сәләмәт үткәрергә насип ит!
И ғәзиз Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде һауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы эштәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән үткәрергә насип ит! Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән, кеше ҡулдарына тилмереп ҡалыуҙан һаҡла, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән арала! Кәм-хур булып кеше аяғы аҫтына ҡалыуҙан, насар яҡтан кеше телдәренә эләгеүҙән һаҡла! И Раббым, ҡаты фәҡирлектән, аслыҡтан-яланғаслыҡтан, төрмә ғазаптарынан һаҡла, яныу-бешеүҙән, туңыу-өшөүҙән һаҡла!
И Раббым Аллаһ! Ғаиләмә именлек, балаларыма бәхет-тәүфиҡ бир, туғандарым менән татыулыҡта йәшәргә насип ит! Үҙемде, ғаиләмде, балаларымды, нәҫелемде яуыз бәндәләрҙең яуыз ниәт-ғәмәлдәренән, зыян-зәхмәттәренән, мәкер-золомдарынан һаҡла! И Раббым, көтөлмәгән ҡайғы-хәсрәттәрҙән, бала ҡайғыларынан, төрлө һәләкәт-фажиғәләрҙән, дауаһы булмаған ауырыуҙарҙан Үҙең арала!
Йә Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдә ҡылған доғаларымды, теләгән теләктәремде Үҙеңдең киң Рәхмәтең менән ҡабул ит! Әмиин!