

Ҡартайғас йәш сағында эшләмәгәнен тормошҡа ашырырға маташып йүгермәләгән кешенең хәлен дә камбэк тип атарға булалыр. Уларҙың хәлен шулай аңларға кәрәктер:
Ҡартайғанда тыртайған —
Камбэк...
Эшләр ине —
Хәл юҡ,
Камбэк...
Дәрт бар ҙа, дарман —
Каюк.
Скандинавия таяғы —
Бамбук.
Инглиз теленән был һүҙ "ҡайтыу" тип тәржемә ителә. Әҙәм балаһы, моғайын, баҡыйлыҡҡа күсеп, мең проблемалы тән ауырлығынан ҡотолоп, ике донъяны бер итеп елдереп осоп йөрөгәнендә генә "камбэк"тың ысын мәғәнәһен аңлайҙыр. Төп йортона әйләнеп ҡайтҡас ҡына. Юҡҡа ғына был хәләт ҡайтыуҙы аңлатмай.