+14 °С
Дождь
Төрлөһөнән
23 Июня , 06:45

Виртуаллек беҙҙе ысынбарлыҡтан айыра

Әхмәр Үтәбай: ""Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 73-се күҙәтеү. Ауылға ҡайтҡан һайын атайым менән һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй торғайны. Кеҫә телефондары дәүере башланғас, уға ла бүләк иттем. Шунан һуң ул миңә бик йыш шылтырата башланы. Ауыл, район, донъя хәлдәрен һөйләй, тәүлек әйләнәһенә тиерлек бәйләнешебеҙ өҙөлмәй. Уның ҡарауы, ауылға ҡайтып төшһәм, һин һаумы ла, мин һаумы, тиеп әйтешәбеҙ ҙә, әңгәмәбеҙ ҙә шуның менән сикләнә. Кире Өфөгә юлланыуым була, атайым шылтыратып: "Ҡайһы ерҙә бараһың әле? Һиңә мин бер нәмәне әйтергә онотҡанмын", - ти. Машинаны юлдан ситкәрәк сығарып ҡуям да, тағы ла һөйләшә башлайбыҙ. Атайымдың ҡалған ғүмерендә беҙ күберәк телефон аша һөйләштек...  

Виртуаллек беҙҙе ысынбарлыҡтан айыраВиртуаллек беҙҙе ысынбарлыҡтан айыра
Виртуаллек беҙҙе ысынбарлыҡтан айыра

Бының менән нимә әйтергә теләйем һуң? Виртуаль бәйләнешкә тиҙ өйрәндек. Үкенес, мөнәсәбәттәр ҙә виртуаль була бара. Социаль селтәр аша танышҡан дуҫыбыҙ менән күҙмә-күҙ осрашһаҡ та: "Ярай, мин һиңә селтәр аша мәғлүмәт, фото һалырмын, репост яһарһың, лайк ҡуйырһың", - тип тиҙ генә хушлашыу яғын ҡарайбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, селтәрҙәш дуҫыбыҙ беҙгә ысынбарлыҡта, тормошта бөтөнләй кәрәкмәгән кеше булып сыға. Һүҙ юҡ. мәғлүмәтте хәҙер, ошо секундта Ер шарының теләһә ниндәй нөктәһенә еткереү өсөн Интернет бынамын тигән сара. Тик виртуаллектең беҙҙе ысынбарлыҡтан нисек айырғанын торған һайын нығыраҡ тоябыҙ. Әллә мин яңылышаммы, дуҫтар?

 

Автор:
Читайте нас