+17 °С
Дождь
Төрлөһөнән
26 Июня , 06:10

Үҙ-үҙеңә ышан!

- Һин яйлап ҡына үҙеңә яҙмағанды ебәрергә өйрән. Эргәңдән киткән кешеләрҙе лә ебәр, һәм башҡа улар артынан сапма. Бер ишек ябылһа, икенсеһе асыла. Артында бер нәмә лә булмаған ябыҡ ишектәргә шаҡыма.Улар һинең тормошомдоң бер өлөшө булып ҡала алмай. Шуға күрә яңыһына урын бушатыр өсөн, иҫкеһенән ҡотолорға кәрәк.

Үҙ-үҙеңә ышан!Үҙ-үҙеңә ышан!
Үҙ-үҙеңә ышан!

- Үҙ-үҙеңә ышан. Нимәлер дөрөҫ булмаған кеүек булһа, бәлки, ысынында ла ул шулайҙыр... Һин инстинкттарға һәм интуицияларға үҙеңде дөрөҫ йүнәлештә алып барырға рөхсәт ит.

-  Һинеке булмаған кешеләргә ни тиклем оҙағыраҡ тотонһаң, үҙ тоғро кешеләреңде оҙағыраҡ таба алмаясаҡһың.

- Тормошоңдағы позитив, тере йәндәр менән мөнәсәбәттәрҙе тулыһынса һаҡлап ҡалыу серҙәренә төшөн. Алла ! - Һүҙе һине яҡшыраҡ булырға дәртләндерер һәм илһамландырыр.

- Тормошоңда булырға тейеш булмаған бөтә нәмәнән яйлап ҡотол.

- Бөтә кире уйҙарыңды, позитивты таратыу өсөн мотивация итеп файҙалан.

- Асыуыңды ебәр һәм уны ғәфү итеү менән алмаштыр. Башҡа бер ниндәй ҙә үпкә һаҡлама, һәм оҙаҡ ваҡыт ағыулаған әсе уйҙарыңдан ҡотол.

- Һин үҙеңде бәхетле иткән эштәрҙе генә эшләргә өйрән. Шул ваҡытта ғына ысын мәғәнәһендә бәхетле була алырһың.

М. ҒӘЙФУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас