

Мәҫәлән, беҙ өләсәй-олатайҙарыбыҙҙан, атай-әсәйҙәребеҙҙән өйрәнеп ҡалған доғаларҙы Изге Китабыбыҙҙың биттәрендә осрата алабыҙ.
Әйтәйек, берәй ергә килгәс, йортҡа ҡылына торған доға Ҡөръәндең Әл-Мөьминун сүрәһендәге 29-сы аятта килә.
Әммә доға һүҙҙәре ХӘҘИСТӘРҙә, сәхәбәләр (Рәсүлебеҙгә эйәреүселәр), ислам ғалимдары һәм башҡалар ҡылған ялбарыу һүҙҙәре аша ла тапшырыла.
Күп доғаларҙы беҙгә Пәйғәмбәребеҙ үҙе өйрәтеп ҡалдырған.
Шуныһын белеүебеҙ кәрәк: ДОҒА – ул Аллаһыға ялбарыу һүҙҙәре, уны һәр кем үҙенсә, үҙ телендә башҡара ала. Харамдарҙан тыйылып йәшәгән кешенең ихлас күңелдән ҡылған доғаһы, һис шикһеҙ, Аллаһыға ирешер.
Фото: br.pinterest.com