

- Июль айында яңы ай салҡан тыуһа, йыл болотло булыр, ямғыр мул булыр.
- Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була.
- Йәй томанлы булһа, емеш уңыр.
- Июль айында ай тотолһа, ашлыҡ шәп уңыр. Көн эҫе торор.
- Себен-серәкәйҙәр өймәк-өймәк осһа, көн аяҙ, ә бит-ҡулға ҡағылып осһа, ямғырлы булыр.
- Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға.
- Ямғыр яуырға булһа, томан күтәрелер.
- Ҡояш батҡанда болоттар уның артынан эйәреп барһа, ҡеүәтле ел булыр.
- Әгәр болоттар таҫма-таҫма булып ағылһа – ямғыр көт.
- Иртән үлән ҡоро булһа – төндә ямғыр яуыр.
- Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр.