

Яңы ярҙам саралары араһында – 18 йәшкә тиклемге йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән эшләүсе ата-әсәләр өсөн йыл һайын ғаилә түләүҙәре. Ул йыл һайын түбән килемле ғаиләләргә уҙған йыл өсөн түләнгән физик шәхестәрҙең килеменә һалымдың бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирәсәк, уны ике ата-әсә лә ала ала. Мөһим шарт – алимент буйынса бурыстар, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки сикләү булырға тейеш түгел. Ғаилә түләүенә ғаризаны йыл һайын 1 июндән 1 октябргә тиклем бирергә мөмкин. Республиканың 40 меңдән ашыу кешеһе үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланған да инде.
– 2025 йылда йән башына уртаса килеме йән башына йәшәү минимумының бер ярым тапҡырынан артмаған – 23 673 һум, ә мөлкәте билдәләнгән нормативтан артмаған ғаиләләр түләүгә дәғүә итә ала, – тип өҫтәне Фәнил Вәхитов.
Яңылыҡтар иҫәбендә – күп балалы ғаиләләргә бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле айлыҡ пособие тәғәйенләү шарттарын яҡшыртыу.
– 2026 йылдан федераль закон килеме йәшәү минимумы дәүмәленән 10 проценттан артмаған ғаиләләргә түләүҙе рөхсәт итте, – тине Фәнил Вәхитов. – Элек баш тартҡандарҙың барыһына ла ҡарарҙарҙы ҡайтанан ҡараныҡ.
Шуны билдәләп үтәйек: ярҙам саралары ведомство-ара алмашыу сиктәрендә килгән мәғлүмәттәр нигеҙендә Берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформала билдәләнә.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә халыҡ араһында киң аңлатыу кампанияһын ойошторорға ҡушты.
– Мәғлүмәтте кешеләргә еткерергә кәрәк, улар хеҙмәттәрҙе аңлай һәм уңайлы ала алырға тейеш, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.