

Шуға был йәшелсәне асыҡ ергә йылы түтәл эшләп, көндәр ныҡлап йылынғанға тиклем өҫтөн агротекс йәки пленка менән ябылған дуға аҫтында ултыртырға, мөмкинлегегеҙ булһа, поликарбонат япмалы теплицала үҫтерергә кәрәк.
✅Йәш үҫентеләрҙе ике аҙнаға бер тапҡыр махсус ашлама йәки ҡул аҫтындәғы органик ашлама менән эшләү талап ителә. Мәҫәлән, кесерткән, бәпемпә япраҡтарын йыйып алып, өҫтөнә һыу ҡойоп, бер аҙна ябыҡ һауытта әсетегеҙ һәм 9 литр һыуға 1 литр иҫәбенән шыйыҡлап ҡойоғоҙ. 1 аш ҡалағы нитрофосканы 10 литр һыуҙа иретеп һибегеҙ.
✅Август айында 1 аш ҡалағы суперфосфатты, 1 аш ҡалағы калий сульфатын 10 литр һыуҙа иретеп, ҡыярҙарығыҙҙы ашлағыҙ. Шулай уҡ көл дә уңышты арттырыуға ярҙам итә.10 литрлыҡ биҙрәнең өстән бер өлөшөнә тиклем иләнгән көлдө һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм ике көн ҡараңғы урында төнәтегеҙ. Ошо ваҡыт үткәс, төнәтмәне һөҙөп, һәр ҡыяр төбөнә ярты литр һибегеҙ. Был ашламаны ун көндән һуң тағы һибергә мөмкин.
✅10 литр һыуға 5 грамм бор кислотаһын бер аҙна ҡайнар һыуҙа иҙеп һалғас,самалап марганцовка, 2 аш ҡалағы шәкәр һалып болғатып, ҡыяр япраҡтарына һиптерегеҙ.
✅Ә инде ҡыяр ауырымаһын өсөн 10 литр һыуға 30-40 тамсы йод, 1 литр эремсек һыуы йәки һөт ҡушып болғатып, йәшелсә япраҡтарына бөркөгөҙ. Шулай уҡ 1 балғалаҡ нашатыр спиртын 10 литр һыуға һалып һиптереү ҙә һәйбәт.
✅Әгәр ҡыярҙың япраҡтары һарғая башлаһа, 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы аш содаһын иҙеп һибегеҙ.Иретмә мучнистая роса сиренән ҡотҡара. Был ысулды июнь башында, июль аҙағында һәм август уртаһында ҡулланыу яҡшы. ✅1 аш ҡалағы ҡоро сүпрәне 10 литр йылымыс һыуҙа иретеп, 2 аш ҡалағы шәкәр һалып, ике көн йылы урында әсетегеҙ. Әҙер булғас, 1 литр иретмәне 9 литр һыу менән шыйыҡлап, һәр ҡыяр үҫентеһе төбөнә яртышар литр ҡойоғоҙ.
Әлфиә апайығыҙ.
Кәңәш-төңәш төркөмөнән.