

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә вә әңтә хайруль мүңзилиинә.
-Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым!
Ерҙәр ҙә, күктәр дә Һинең әмереңә бойһона.
Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда.
Теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр иңдерәһең.
Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың.
-Әй, Раббым!
Торған нигеҙҙәребеҙгә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде иңдер!
Унда йәшәүселәрҙең тәндәренә — сихәт, йәндәренә — тыныслыҡ насип ит!
Әй, Хафиз булған Аллааһ! Нигеҙҙәребеҙҙе һәм ғаиләләрбезҙҙе күҙҙәребеҙ күрә алған һәм күрә алмаған бөтә насарлыҡтарҙан һаҡла!
Ошо нигеҙҙә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡтар менән ризыҡланып, оҙон ғүмерҙә йәшәүҙәрҙе насип ит!
Раббәнәә әәтинә фиддүн-йәә хәсәнәтә вә фил әәхыйрати хәсәнәтә вә ыйнәә ғәзәәбәннәәр. Әәмиин! Йә Раббил Ғәләмиин!