

Ә был әхирәтемдә үҙем бер ҙә булғаным юҡ ине. Күптән түгел Өфөнө барып күреү теләге тыуҙы. Миңә һуғылған һайын, кил дә кил тип өҙгөләнгән курсташыма шылтыраттым.
Бик йылы ҡаршы алды ул. Иркен, матур йәшәй. Барған көндө үк йәшлек эҙҙәребеҙҙе һаҡлаған урамдарҙан үттек, театрға барҙыҡ. Тик икенсе көнөнә ни эшләптер иртән иртүк кәйефе булманы. Йә ирен, йә ҡунаҡҡа килгән ейәнсәрен шелтәләп шелтәләй. Улары йомош табып, кейенеп урамға сығып китте. Әхирәтем хәҙер тик ятҡан бесәйен әрләй башланы. Тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә, аяғы менән этеп, диванға менһә, һуғып төшөрә.
Шул саҡ әсәйем әйткән бер аҡыл иҫкә төштө. “Кеше булғанда бесәйегеҙҙе лә әрләмәгеҙ. Ҡунағынан ялҡҡан хужа бесәйен әрләй”,- ти торғайны. Тағы бер кис ҡунырға уйлаған мин тиҙ генә такси таптым да ҡайттым да киттем.
Бына шулай, дуҫтар. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тип боронғолар юҡҡа әйтмәгән. Кеше булғанда үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ.
Гүзәл ЗАКИРОВА.