+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Августа , 06:35

ТЕЛӘКТӘРҘЕ ДӨРӨҪ ӘЙТӘЙЕК

- Мәрхәмәтле Аллам, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарымды ғәфү ит. Барына шөкөр итәм, биргәнеңә рәхмәтлемен! Ошо бәхетемде һаҡлай күр, тормошобоҙға ҡайғы-хәсрәт, сир-сырхау килтермә!  - Күҙ тейеүҙәр, һүҙ тейеүҙәр ҡағылһа, барыһы ла минән китһен. Юлыма ҡара эсле, ауыр энергиялы, көнсөл кешеләрҙе сығарма, бары тик изге күңелле, уңышлы кешеләр менән юлдаш ит! Теләктәремде бер үк күпһенмә, артығын һораһам ғәфү ит! 

ТЕЛӘКТӘРҘЕ ДӨРӨҪ ӘЙТӘЙЕКТЕЛӘКТӘРҘЕ ДӨРӨҪ ӘЙТӘЙЕК
ТЕЛӘКТӘРҘЕ ДӨРӨҪ ӘЙТӘЙЕК

- Яҡындарыма һәм үҙемә ныҡлы һаулыҡ бир!? Донъяһы бөтөн кешенең күңеле тыныс була - һәммәбеҙгә йән тыныслығы насип ит! Балаларым, йәрем, яҡындарым иҫән булһын, һәр ҡайһыһын бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөт! Ғаиләм имен, балаларым тәүфиҡлы, һәр береһе аҡыллы, сәләмәт булһын! Амин! 

- Теләктәребеҙҙе белгән тиклем доғалар менән нығытып әйтәйек! Һис юғы ошо доғаларҙы ҡабыҙып, бер нисә тапҡыр тыңлап алайыҡ! Күңелебеҙ тынысланыр, һүҙ көсө ғәмәлгә ашыр.

"Иманлы нур" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас