

Йылға яҡын ваҡыт үткән. Батша сираттағы ауына үҙе генә сығып киткән һәм каннибалдар ҡулына эләккән. Тегеләре утын ташып, усаҡ яғып батшаны ашарға йыйына башлаған. Әммә инде усаҡты ҡабыҙырға йыйынғанда уның бер бармағы юҡлығын күреп ҡалғандар. Ә йола буйынса улар камил булмаған кешене ашамаған. Сискәндәр ҙә ебәргәндәр тегене.
Өйөнә ҡайтҡас, батша нисек бармаҡһыҙ ҡалыуын иҫенә төшөргән. Дуҫын төрмәгә ултыртыуы өсөн выждан ғазабы кисерә башлаған.
– Һин хаҡлы булғанһың икән, – тигән ул уның янына барып. – Бармағым өҙөлөү яҡшыға булған. Ә мин һиңә насарлыҡ эшләнем. Төрмәгә ултыртыуым өсөн оят, ғәфү ит.
– Юҡ, – тигән дуҫы. – Төрмәгә ултыртыуың яҡшыға булған. Әгәр бында ултырмаған булһам, мин һинең менән ауҙа булыр инем. Ни булһа, яҡшыға юрағыҙ, дуҫтар!