+17 °С
Дождь
Төрлөһөнән
13 Августа , 06:20

Әбейҙәр сыуағы ҡасан булыр икән?

Башгидрометтың фаразына ярашлы, сентябрҙә уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын һәм унан юғарыраҡ булыуы көтөлә. 

Әбейҙәр сыуағы ҡасан булыр икән?Әбейҙәр сыуағы ҡасан булыр икән?
Әбейҙәр сыуағы ҡасан булыр икән?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ай өсөн климат нормаһы +9, +12 градус тәшкил итә. Яуым-төшөмгә килгәндә, уларҙың норманан аҙыраҡ булыуы фаразлана (норма 35-55 миллиметр), әммә республиканың төньяғында ямғырҙар ғәҙәти күрһәткестәргә яҡын булыуы ихтимал.

Көҙ башы республика халҡын йәйҙең дауамы менән ҡыуандырасаҡ. “Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 1 сентябрҙән 4-нә тиклем көндөҙгө температура +21, +23 градус кимәлендә торасаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй.

Оптимистик күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, синоптиктар оҙайлы фаразға бик ышанмаҫҡа кәңәш итә, сөнки бындай иҫәпләүҙәрҙең ышаныслылығы юғары түгел. Белгестәр мәғлүмәттәрҙе ҡыҫҡа ваҡытлы фараздарҙа аныҡлаясаҡ.

“Әбейҙәр сыуағы”на килгәндә, ул Башҡортостанда 24 сентябрҙән 2 октябргә тиклем көтөлә. Был көндәрҙә һауа көндөҙ +14, +19 градусҡаса йылыныуы ихтимал.

Ә.Минғәлиева.

https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2026-08-13/sentyabr-byyyl-yuandyra-ti-r-4780077

Автор:
Читайте нас