+21 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Августа , 09:30

"АҪАБА" БЕСӘЙҘӘР

Әхмәр ҮТӘБАЙ: ""Мең дә бер күҙәтеүем!" яҙмаларынан 1086-сы күҙәтеү. Мине бесәйҙәрҙең бер ғәҙәте күптәнән аптырата килде.Улар, эттәрҙән айырмалы рәүештә, ҡойроҡтарын болғап, ялағайланып ашарға һорамай, ә күҙгә тура ҡарап, мырылдап, ашатыуыңды талап итә, йәғни кешегә үҙенең хужа икәнен асыҡтан-асыҡ белдерә. Ә өй эсендә һәр ваҡыт йорт хужаһының урынына барып ятырға тырыша, иҙәндә атлап йөрөүҙәре лә хужаларса...Хәҙер "эт менән бесәй кеүек" тигән төшөнсә лә ысынбарлыҡҡа тура килмәй.

"АҪАБА" БЕСӘЙҘӘР"АҪАБА" БЕСӘЙҘӘР
"АҪАБА" БЕСӘЙҘӘР

Бесәй эттән ҡасып хәҙер ҡойма башына ла менеп китмәй — улар дуҫлашты. Минеңсә, эттәр уларға "баш эйгәндер", сөнки Интернетта бесәйҙәрҙең эттән генә түгел, йыландарҙан, крокодилдарҙан, арыҫландарҙан һәм башҡа йыртҡыс заттарҙан ҡурҡмайынса, уларға ҡаршы тороуҙарын сағылдырған кинокадрҙар бихисап. Һуңғы сиктә йыртҡыстар бесәйҙәргә ҡаршы тора алмайынса, сигенергә мәжбүр.
Бесәйҙәр хатта үҙҙәренә оҡшаған кешеләргә тәпәйҙәре ярҙамында ниндәйҙер шыйыҡса менән инәү ҙә һала, йәки тамғалай. Бының менән ул башҡа бесәйҙәргә, һәммә тере йәндәргә шуны иҫкәртә: был кеше минеке генә — уға яҡынларға ярамай!
Урынлы һорау тыуа: бесәйҙәрҙең был ғәҙәте ҡайҙан килә? Йыртҡыс заттар ниңә итек башындай заттан ҡурҡып сигенә? Улар беҙҙән ниндәй серҙе йәшерә? Бер уйлаһаң, йыртҡыстар бесәйҙәрҙең был ерҙең аҫаба зат икәнлеген беләлер кеүек. Нимә генә тимә, улар ергә сама менән 20 миллион йыл элек килгән.

Автор:
Читайте нас