+25 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Августа , 11:05

Бөйөктәр фекере

*Тормош – һин пландар ҡорған арала үтә торған нәмә (Джон Леннон).*Тормош һеҙгә йылмайһын өсөн уға иң башта күтәренке кәйеф бүләк итегеҙ (Спиноза).*Тормошоңдо үҙгәртергә тырышма, уға ҡарата мөнәсәбәтеңде үҙгәрт (Ральф Эмерсон).

Бөйөктәр фекереБөйөктәр фекере
Бөйөктәр фекере

*Гел яҡшы булырға тырышыуҙан кеше һаулығын юғалта (Марк Твен).
*Мин шул тиклем ҡарт, хатта намыҫлы кешеләрҙе иҫләйем (Фаина Раневская).
*Аҡыллы кеше бөтә хаталарҙы ла үҙе эшләмәй, башҡаларға ла мөмкинлек бирә (Уинстон Черчилль).
*Алйоттарға рәхмәт әйтеп йәшәйек. Улар булмаһа, уңышҡа өлгәшеү ауырға төшөр ине (Марк Твен).
*Рәсәй табиптарының хыялы – ярлылар ауырымаһын, байҙар һауыҡмаһын (Михаил Задорнов).
*Кешене барлыҡҡа килтереү дөрөҫ булған. Тик унан һуң һарыҡҡа ғүмер биреп, Хоҙай үҙен ҡабатлаған (Марк Твен).
*Закондар теүәл үтәлһен өсөн Рәсәйҙә урлашыуҙы законлаштырырға кәрәк (Михаил Задорнов).
*Кеше ике йылда һөйләшергә өйрәнә, кәрәк саҡта өндәшмәй ҡалырға өйрәнер өсөн уға илле йыл кәрәк (Эрнест Хемингуэй).

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас