+20 °С
Облачно
Төрлөһөнән
19 Августа , 15:35

Әрмегә оҙатҡанда Ҡөрьән

Һорау: Егет кеше әрмегә киткәндә һәм унан ҡайтҡанда Ҡөрьән уҡытыу – бидәғәт ғәмәл, тип иҫәпләүселәр бар, дөрөҫмө ундай ҡараш?

Әрмегә оҙатҡанда ҠөрьәнӘрмегә оҙатҡанда Ҡөрьән
Әрмегә оҙатҡанда Ҡөрьән

Яуап: Әгәр егетте әрмегә оҙатыр алдынан ҡунаҡ саҡырылып, шул табында Ҡөрьән уҡытылһа һәм әрменән ҡайтҡанында ла ҡунаҡ (туғандар, күрше-күлән һәм башҡаһы) саҡырылып, шунда Ҡөрьән уҡытылһа, бында бер насарлыҡ та юҡ, ин шәә Аллаһ. Кешене оҙайлы сәфәргә оҙатыр алдынан һәм оҙайлы сәфәрҙән ҡайтҡанынан һуң йыйылышып сәй эсеү һәм шул табында теләк-доғалар әйтешеү – дингә хилаф эштәр түгел, ин шәә Аллаһ.

Әгәр ҙә инде махсус ниндәйҙер йолалар йә хөрәфәттәр уйлап сығарыла башлаһа (мәҫәлән, тәүҙә егет тоҙ яларға тейеш, әрмегә оҙатҡанда уҡылған сүрәләрҙе әрменән ҡайтҡанында уҡырға ярамай, икмәк тешләп ҡалдырһын да, аҙаҡ шуны үҙенә кире ашатырбыҙ һәм башҡаһы һәм башҡаһы), былар – бидәғәт. Ундай насар йолалар тыйылырға һәм аңлатылырға тейеш (был – урындағы муллаларҙың һәм ғилемле ҡәрҙәштәрҙең бурысы).

Бидәғәттәр – Аллаһты асыуландыра торған гонаһ эштәр. Бидәғәттәргә һәм хөрәфәттәргә нигеҙләнгән йола-ғәҙәттәр бәрәкәт тә, ҡот та бирмәй, ә, киреһенсә, булған ғына ҡотто ла юҡҡа сығаралар. Шуға бөтә нәмәне лә дин буйынса дөрөҫ итеп эшләгеҙ – бына шул саҡта Аллаһ һеҙҙән риза булыр һәм теләк-доғаларығыҙҙы ла ҡабул итер.

Иҫкәрмә: Мосолман егеттәрҙең кафыр ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүенә ҡағылышлы хәнәфи мәҙһәбендә ҡаты тыйыуҙар бар. Әммә был мәсьәләлә һәр кешегә – уның хәленә ҡарап – айырым (шәхсән) фәтүә бирелә. Әрмегә китер алдынан ғилемле хәҙрәттәр менән кәңәшләшегеҙ һәм фәтүә һорағыҙ.

Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан.

#һорауяуап #ҡөрьән #мәжлес

 "Башҡорттарға – дин!"

https://vk.ru/mosolman_com

Автор:
Читайте нас