+31 °С
Ясно
Төрлөһөнән
25 Августа , 06:10

Бәхетле булырға өйрәнегеҙ

Әлеге мәлдә үҙегеҙҙе бик бәхетле тоймаһағыҙ ҙа, йөҙөгөҙгә «бәхетле кеше» ҡиәфәтен сығарығыҙ. Бәхетле булып ҡыланығыҙ, йылмайып йөрөгөҙ. Баш мейегеҙ «алданып» эндорфин һәм окситоцин бүлеп сығара башлаясаҡ. Улар — мөхәббәт һәм бәхет гормондары. Ҡашын йыйырып йөрөүсегә ҡарағанда, йылмайып йөрөүсегә башҡалар ҙа позитив мөнәсәбәттә буласаҡ. Ошолай булыуығыҙҙы ғәҙәткә индерһәгеҙ, баш мейегеҙ был торошҡа өйрәнәсәк.

Бәхетле булырға өйрәнегеҙБәхетле булырға өйрәнегеҙ
Бәхетле булырға өйрәнегеҙ

Йышыраҡ ҡосаҡлашығыҙ! Ғалимдар ҡосаҡлашыуҙың стресс гормонын кәметеүен асыҡлаған. Балағыҙҙы, дуҫығыҙҙы, һөйгәнегеҙҙе сәбәпһеҙ ҙә ҡосаҡларға була бит. Шулай иткәндә иммунитет та нығый икән.

Позитив кешеләр менән аралашығыҙ. Ҡаш йыйырып йөрөүселәрҙән ситләшегеҙ.
Бүләк итергә, бүлешергә өйрәнегеҙ. Һүҙ матди әйбер, аҡса тураһында ғына ла түгел. Ваҡытты, йылы мөнәсәбәтте лә башҡаларға бирергә була. Бындай ғәмәл менән һеҙ иң беренсе сиратта үҙегеҙгә файҙа килтерәһегеҙ, онотмағыҙ.

Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә ҡараңғы төҫтәге кейемдәр артына ҡасырға ашыҡмағыҙ. Ғалимдар һары һәм йәшел төҫтөң кәйефте күтәреүен асыҡлаған.
Тәбиғәткә сығығыҙ, йәнлектәр менән «аралашығыҙ», үҙегеҙҙә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу уятығыҙ, ижад итегеҙ. Бәхетле булығыҙ!

Ләйсән Яҡупова.

Автор:
Читайте нас