+31 °С
Облачно
Төрлөһөнән
25 Августа , 09:30

Рөстәм Ғиззәтуллин бәхетле

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рөстәм Ғиззәтуллин үҙенең йәш ҡатыны менән туй үткәрә. Йәш пар туй тантанаһына йырсының үҙе башҡарыуында: «Яҙ, яҙ, яҙ килә! Беҙгә мөхәббәт килә!» йыры аҫтында сыҡты.

Рөстәм Ғиззәтуллин бәхетлеРөстәм Ғиззәтуллин бәхетле
Рөстәм Ғиззәтуллин бәхетле

Ағымдағы йылдың апрелендә артист атай булыуы тураһындағы хәбәр менән уртаҡлашҡайны. «Тормошомда барыһын да баштан аяҡҡа әйләндергән ваҡиға булды. Минең яратҡан ҡатыным әсәй булды. Беҙҙең ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Беләм, кем өсөндөр был яңылыҡ көтөлмәгән һәм хатта аптыратырлыҡтыр. Тормош һәр ваҡытта ла ғәҙәти сценарий буйынса бармай. Ләкин нәҡ шунда уның көсө — көтмәгәндә яңы мәғәнә биреү», — тип яҙҙы ул ваҡытта йырсы.

Хәҙер иһә улар туй тантанаһы менән мөнәсәбәттәрен нығытҡан. Туйҙа Ғиззәтуллиндарҙың бәләкәй ҡыҙы ла булған.

Фото: социаль селтәрҙәге видеонан скриншот. 

Автор:
Читайте нас