+17 °С
Ясно
Төрлөһөнән
16 Сентября , 05:15

Сентябрҙең икенсе яртыһына халыҡ һынамыштары

*16 сентябрҙә иртән томан төшһә - ҡоро, аяҙ көндәргә ишара. *Сентябрҙә урманда миләш әҙ икән – октябрь ҡоро, күп булһа – яуымлы килер. * Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. * Сентябрь йылы, ҡоро икән, ҡыш һуңыраҡ килер.

Сентябрҙең икенсе яртыһына халыҡ  һынамыштарыСентябрҙең икенсе яртыһына халыҡ  һынамыштары
Сентябрҙең икенсе яртыһына халыҡ һынамыштары

* Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар күплеккә, аҫтан йөрөһәләр - ҡыштың оҙонлоғона.

* Был айҙа ҡар күренһә, артабан ҡырҡ көн аяҙ торор.

* Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер.

* Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

* 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.

* Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер.

* 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр.

* Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

 

Автор:
Читайте нас