

Әммә беҙ шуны онотабыҙ: һәр яңы көн беҙгә әйтер кеүек:
«Эй, Әҙәм балаһы! Мин — яңы көн. Мин һинең ғәмәлдәреңә шаһитмын. Мине изгелек өсөн файҙалан. Сөнки мин үтеп китһәм, Ҡиәмәт көнөнә тиклем башҡаса кире ҡайтмаясаҡмын».
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тигән:
«Ҡиәмәт көнөндә дүрт нәмә тураһында һоралмайынса, кешенең аяғы урынынан ҡуҙғалмаҫ:
* ғүмерен нисек үткәргәне тураһында;
* йәшлеген нисек файҙаланғаны тураһында;
* мал-мөлкәтен ҡайҙан табып, нимәгә сарыф иткәне тураһында;
*алған ғилеме менән нимә эшләгәне тураһында».
Был хәҙис беҙгә ғүмеребеҙҙең һәр көнө өсөн яуап бирәсәгебеҙҙе иҫкәртә. Айырыуса йәшлек йылдарының ҡәҙере ҙур.
Шуға күрә изге ғәмәлде «иртәгә эшләрмен», «һуңыраҡ өлгөрөрмөн» тип кисектереү теләге тыуһа, был уйҙың ҡайҙан килеүен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
Изгелекте кисектермәгеҙ. Бөгөнгө көн кире ҡайтмай.