

Конкурсанттарҙың береһе —Стәрлетамаҡтан, йырларға яратыусы автобус йөрөтөүсеһе Рөстәм Яҡшыбаев. Бер мәл пассажирҙарҙың береһе уны видеога төшөргән дә яҙманы интернетҡа ҡуйған. Ошонан һуң Рөстәм юлда йырҙар башҡарып, үҙен үҙе яҙҙыра башлаған.
«Музыкаль белемем юҡ, ләкин матур итеп йырларға тырышам. Рейста йөрөгәнемдә, кешеләр миңә ҡушылып йырлай, һәр ваҡыт йылмайып минең маршруттан сығалар. ТНТ-ға тағы ла күберәк танылыу өсөн килдем. Ун миллион отһам — ғаилә ҙур, балаларым дүртәү — уҡыу, кредиттар, ипотека өсөн түләрмен», — тине Рөстәм.
Сәхнәлә ул Александр Серовтың «Я люблю тебя до слез» йырын башҡарҙы, тамашасылар араһында ултырған ҡатынына бағышланы уны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ике «эйе» ала алманы.
Ә тамашасыларға сығыш бик оҡшаны.