+8 °С
Ясно
Төрлөһөнән
30 Сентября , 06:00

"Бамбарбия! Киргиду!"

Тиҙ ара популярлыҡ яулаған «Кавказская пленница» фильмының киң прокатҡа сығыуына 59 йыл. Һеҙ ҙә уны ҡат-ҡат ҡарайһығыҙмы?Унда яңғыраған фразалар цитата булып тарала. Әммә ул ваҡыттағы цензура етәкселегенә уларҙың береһе лә, шул иҫәптән кинолағы йырҙар ҙа, оҡшамай. Бәхеткә, картинаны Леонид Ильич Брежневҡа күрһәтәләр. Нескә юмор хисле генсек уны рәхәтләнеп ҡарай һәм яҙмышын ыңғай хәл итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Бамбарбия! Киргиду!""Бамбарбия! Киргиду!"
"Бамбарбия! Киргиду!"

1967 йылда фильмды 76 миллион кеше ҡарай.

«Студентка, комсомолка, спортсменка» Нина роленә совет киноһы йондоҙҙары Лариса Голубкина, Наталья Кустинская, Наталья Селезнева, Марианна Вертинская һәм башҡалар дәғүә итә. Әммә баш режиссёр Леонид Гайдай ул ваҡытта бер кемгә лә билдәле булмаған цирк артисы Наталья Варлейҙы һайлай һәм яңылышмай. Әммә уға Надежда Румянцева тауышы “бирелә”, йырҙарҙы Аида Ведищева башҡара. Тамашасы яратып ҡараған теге өсәү –Трус, Балбес һәм Бывалый әлеге картинала һуңғы тапҡыр бергә төшәләр, шунан һуң улар тарҡала.

Сығанаҡ: Стархит

Автор:
Читайте нас