+5 °С
Облачно
Төрлөһөнән
8 Октября , 13:35

КАРТУФТАН — БӘРӘҢГЕ

Әхмәр ҮТӘБАЕВ: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1096-сы күҙәтеү. Картуфтан бәрәңге бешерҙем малай. Таңсулпан апай Ғарипова өйрәтте. Ысулы ап-анһат. Ҡалын табанлы табаға (сотейник булһа, тағы ла шәберәк) бер иле генә һыу ҡояһың да, бетәүләй картуфты йыуып һалаһың. Шунан табаның ҡапҡасын ябып, газ утында 35-40 минут самаһы тандыр ғына ҡайнатаһың. Бәрәңге телде йоторлоҡ булып бешеп сыға.

Добавить в предпочтительные источники Google
КАРТУФТАН — БӘРӘҢГЕКАРТУФТАН — БӘРӘҢГЕ
КАРТУФТАН — БӘРӘҢГЕ

Ни өсөн картуфтан бәрәңге тиһегеҙме? Сөнки Америкала тыуып үҫеп, Европа аша беҙгә Петр Беренсе заманында был ризыҡ немец теленән "картофель" атамаһы менән килеп еткән. Бер фараз аңлатмала "картофель" ике һүҙҙән "Kraft" (көс) һәм "Teufel" (дейеү)дән яһалған тиелә. Тимәк "дейеү көсө" килеп сыға.
Вәлиәхмәт ағай Бәҙретдинов, ғөмүмән, немец телендәге "картофель" һүҙен төрки сығышлы һүҙ ти, йәғни "кар" "ҡарыу" ҙы (көс), ә "тофель" "дейеү" ҙе аңлата. Бик ҡыҙыҡ фараз.
Ә бәрәңгегә килгәндә урыҫтар тамыраҙыҡтарҙы, шул иҫәптән картуфты парҙа бешереп, "паренка" тип атаған. Бәрәңге шунан килә. Тимәк логика буйынса "картофель"дән бәрәңге лә, пюре ла, чипсы ла һ. б. яһап булғас, тамыр һүҙ булып "картофель" (картуф, кәртүк) ҡала.
Сағыштырыу өсөн бойҙайҙы (иген) алайыҡ. Бойҙайҙан беҙ он яһайбыҙ, ондан икмәк, көлсә, ҡоймаҡ, талҡан, ҡурмас һ.б. ризыҡ бешерәбеҙ. Әммә бер ваҡытта ла баҫыуҙа көлсә, ҡоймаҡ, талҡан, ҡурмас үҫеп ултыра тип әйтмәйбеҙ. Картуф парҙа бешеп сыҡҡас ҡына бәрәңгегә (паренкаға) әүерелә.

Фото: botanichka.ru

Автор:
Читайте нас