

Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, бөгөндән башлап, һауа температураһы яйлап түбәнәйә башлаясаҡ һәм 21-22 октябрҙә 0, -2 градусҡа тиклем етәсәк. Был көндәрҙә, 21–22 октябрҙә, тәүге ҡар яуыуы көтөлә. Ләкин... Был һыуытыу ваҡытлыса ғына буласаҡ.
23 октябрҙән яңынан йылыта. Тәүлек буйына ныҡлы йылы һаҡланасаҡ, көндөҙ ҙә, төндә лә. Яуым-төшөм дә көтөлмәй. Ноябрь айы ла йылы менән башланасаҡ. Ләкин ямғырҙар яуасаҡ. Һәм тик 7, 8 һәм 9 ноябрҙә генә температура минусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Көндөҙ -2, төндәрен -5-тән -8 градусҡа тиклем буласаҡ. Ҡар яуасаҡ. Ләкин ул да ваҡытлыса ғына ятасаҡ. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 10 ноябрҙән ай аҙағына тиклем тиерлек термометр бағаналары нулдән юғары һәм нуль тирәһе торасаҡ. Һәм ноябрҙә көтөргә мөмкин булған иң ҙур яуым-төшөм — һалҡын ямғырҙар. Даими ҡар япмаһы, күренеүенсә, декабрҙә генә урынлашасаҡ.
Гөлнара Солтанова.