– Тапаһа ни, – тип екеренде ир, – һинән һуң мине лә тапайҙар. Күп булһа, минән бер нисә секундҡа алдараҡ үлерһең. Ә урамдың яртыһын үткәс, мин һинән алда тапаламын, сөнки уң яҡтан беренсе булып мин эләгәм. Был юлы инде һин минән һуңыраҡ үләһең.
– Ниңә әле һин минең үлеүем тураһында һүҙ башланың? – тип иргә яман итеп ҡарап ҡуйҙы ҡатын.
– Был бит миҫал өсөн генә әйтелгән һүҙҙәр.
– Ни эшләп миҫал өсөн беренсе булып гел мин үлергә тейеш?
– Ошо һүҙҙәреңде урамды сыҡҡас һөйләп булмаймы? – тип асыулана биреп әйтте ир.
– Урам аша сыҡҡас, уларҙың ниндәй мәғәнәһе булһын? Ғәҙәттән тыш шарттарҙа әйтеүҙең тәьҫире ныҡ була.
– Эй, ошо ҡатынды! Һиңә тәьҫире нимәгә кәрәк? Урамды тере сыҡҡаның етмәйме?
– Етмәй шул. Кешеләр араһында эре генә итеп мороноңдо күтәреп йөрөмә!
Ир урам уртаһында шаҡ ҡатып тороп ҡалды, ә ҡатын имен генә урамды үтеп сыҡты. Машиналар бер туҡтауһыҙ елдерҙе. Ир регулировщик кеүек баҫып тора бирҙе, сөнки светофор ағай уға йәшел утын бирмәй ине әле. Ҡатындың:
– Нәмәңде ҡарап тораһың унда! – тип ҡысҡырғанын ул ишетмәне.
Риф ДӘМИНЕВ.
Фото: pulse.mail.ru