+24 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
24 Июля 2022, 04:00

Йырыҡ ауыҙ

– Алло! Был эскеселәргә аноним ярҙам итеү хеҙмәтеме? Ярҙам итегеҙ әле... бер яртыға аҙ ғына етмәй. ***

Йырыҡ ауыҙЙырыҡ ауыҙ
Йырыҡ ауыҙ

– Һылыуҡай, әсәйеңә кейәү кәрәкмәйме?
– Юҡ.
– Ә атайыңа шешәләш?

***
– Был һеҙҙең инә бесәйме әллә атамы?
– Ә һеҙ ҡола­ғынан күрмәй­һегеҙме?
– Юҡ.
– Был – ҡуян.

***
– Алма һатам! Алма! Чернобыль алмалары!
– Һеҙ нимә, инәй, алмағыҙҙың Чернобылдән булыуын әйтмәгеҙ. Кем алһын ул?
– Алалар шул, балам, кемдер ҡәйнәһенә, кемдер түрәһенә.

***
– Ҡәҙерлем, мин ҡысҡырғанда һин нисек улай өндәшмәй ҡала алаһың?
– Ә мин унитаз таҙартам.
– Унитаз таҙартыу тынысландырамы ни?
– Мин уны һинең теш щеткаң менән таҙартам.

***
– Һеҙҙә хәүефһеҙ тырмалар бармы?
– Тешһеҙме ни?
– Һапһыҙ.

***
– Бөгөн ҡатыным менән айырылышырға судҡа барырға тейеш инек. Барып етә алманыҡ. Талаштыҡ.

***
Йәйге күренештәр:
– Йылғала һыу шул тиклем таҙа, хатта аҫтындағы бөтә сүп-сары күренеп ята.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас