-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
26 Июль 2022, 17:30

Ҡайҙа алып бараһың?

Автобуста китеп барабыҙ. Тып-тын, пассажирҙарҙың күбеһе йоҡомһораған. Көтмәгәндә бер ир-ат башын күтәрҙе лә шоферҙан:– “Завод” туҡталышын үтмәнекме әле? – тип һораны.

Ҡайҙа алып бараһың?
Ҡайҙа алып бараһың?

– Әле генә, – тип яуапланы шофер, бер ни ҙә булмағандай.
– Һыу мейе! Мине шунда төшөрөп ҡалдыр, тинем дә баһа.
Ир һүгенә-һүгенә төшөп ҡалды. Өс минут та үтмәне тағы ла тауыш ҡупты. Был юлы ҡатын-ҡыҙ туҙынды:
– Мине ҡайҙа алып бараһың?! Ҡо­лаҡтарың бармы-юҡмы?! “Урман”да туҡта, тип дүрт тапҡыр әйттем. Ә һин үтеп киткәнһең.
“Етлекмәй тыуған”, – тип ҡарғай-ҡарғай ҡатын автобустан сыҡты. Бер аҙҙан хәүефле тауыш ишетелде.
– Ғаяз, шоферға әйт әле, беҙҙе һуңғы туҡталышта төшөрөп ҡалдырырға онот­маһын, – тине ҡыҙ эргәһендә ул­тырған егеткә.

И. ШАҺИНУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: