0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
27 Июль 2022, 12:00

Үҙе килеп бәрелде

(Аңлатма) “Мин, Ғәлиев Ғәли Ғәли улы, ҡатыным менән яңы тыуған улыбыҙҙы урамда йөрөтөргә алып сыҡтыҡ. Балалар май­ҙансығында йәштәр – ике ҡыҙ һәм ике егет – спиртлы эсемлек эсеп ултыра ине.

Үҙе килеп бәрелде
Үҙе килеп бәрелде

Уларҙың тауышына улыбыҙ уянып, иларға тотондо. Уны тынысландыра алманыҡ, сөнки йәштәр бер туҡтауһыҙ ҡысҡырып көлдө. Етмәһә, һүгенәләр. Мин яндарына барып, үҙ проблемаларын әкренерәк тикшереүҙәрен үтендем. Быға яуап итеп ҡыҙҙар ҡатынымды мыҫҡыл итергә тотондо. Ә татуировкалы йәш кеше: “Мин проблеманы таптым инде”, – тине лә күкрәгемә төрттө. Һуғышҡым килмә­гәнлектән, мин уның иптәштәренә насар үрнәк күрһәтеүен әйттем һәм ҡулымды улар яғына һелтәп ебәрҙем. Тап ошо мәлдә йәш кеше миңә тағы ла һуҡмаҡсы булып алға ырғыны ла бите менән ҡулыма килеп төртөлдө. Шунан һуң уның көтмәгәндә хәле бөттө лә ҡуйҙы. Ул ял итергә ятты. Хәлдең ҡырҡа үҙгәреүе, йәғни баҫып торған ерҙән ҡапыл һуҙылып ятыу, уның ҡан баҫымын күтәрҙе, танауынан сөбөрләп ҡан китте. Табиптар, ҡан баҫымы – беҙҙең быуат­тың афәте ул, ти. Был ҡурҡыныс сир йәштәрҙе лә урап үтмәй икән. Егеттең дуҫтары уның өсөн шул тиклем ныҡ ҡайғырҙы, урындарынан торҙолар ҙа төрлө яҡҡа йүгерҙеләр. Уларҙың тауышы полиция патруленең иғтибарын йәлеп итте. Ваҡиғаны асыҡлау өсөн мине бүлексәгә килтерҙеләр.
Ғәлиев”.

Ә. МӨҒӘЛЛИМОВ уҡыны.

Фото: pngmart.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: