-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Июль 2022, 13:00

Ялҡау күрше

Беҙҙән ике ҡат түбән йә­шәгән күршебеҙ тәҙрә алмаштырҙы. Оҫталар рам­дарҙы сүплеккә алып барып ташлағандыр, күрәһең, ә туп­һаларҙы, башҡа ваҡ-төйәкте тәҙрә аша газонға ырғыт­ҡайнылар.

Ялҡау күрше
Ялҡау күрше

Йоҡларға йыйынып йөрө­гәндә Сәмир ишек ҡаҡты (ул түбәнге ҡатта тора).
– Әйҙә әле, ярҙам итеш.
Сыҡтыҡ, ишек алдынан үтә­беҙ.
– Әллә машинаң боҙолдомо?
– Юҡ.
Ул сүп-сар өйөмөн күрһәтте.
– Һаман да йыйып алманымы ни әле?
– Бер нисә тапҡыр әйттем, минеке түгел, оҡшамай икән, үҙең йыйып ал, ти.
Таҡталарҙы һәм сүп-сар тултырылған тоҡтарҙы алдыҡ. Сәмир сүплеккә йүнәлмәне. Шунда ғына мин уның ниәтен һиҙеп ҡалдым. Подъезға ин­дереп, шым ғына теге ата ял­ҡауҙың ишеге янына өйҙөк тә таралыштыҡ. Төнгө сәғәт ун берҙәр тирәһе, бер кем дә күрмәне.
Сәмир иртән иртүк ҡара­уыллаған. Һүгенгән тауыштар ишетелеү менән, майҙансыҡҡа тәмәке тартырға сыҡҡан. Күҙ алдына килтерегеҙ, эшкә ба­рырға йыйынғанһығыҙ, ә ишек асылмай! Маташа торғас, теге ишекте асҡан. Шунда уҡ түгел, әлбиттә, бысранып бөт­кән. Сәмир тәмәке тарта-тарта эс­тән генә көлөп ҡарап торған. Кис эштән ҡайҡанда сүп-сар тейешле урында ята ине.
Ата ялҡау күршебеҙҙе бына шулай аҡылға ултырттыҡ.

Р. КӘШФУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: