-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
31 Июль 2022, 10:00

Малайыңа нисә йәш?

Мин ҡотҡарыусы булып эшләйем. Саҡырыу буйынса юлға сыҡтыҡ: тимерҙән яһалған ишек асылмай, ә фатирҙа бала. Телефондан ярһып-ярһып шылтыратыу­ҙар, ҡысҡырыуҙар, баланы ҡотҡарыу ха­ҡында ялбарыуҙар һ. б.

Малайыңа нисә йәш?
Малайыңа нисә йәш?

Килеп етеү менән, йүгерә-атлай кәрәкле ҡатҡа мендек. Баланың исеме кем, тип ҡыҙыҡһынабыҙ. “Рустик”, тиҙәр. Ҡыңғырауға баҫабыҙ, борсолабыҙ: “Рустик, һин унда нисек, тереһеңме әле?” Ишек артынан ҡалын тауыш: “Тиҙерәк булығыҙ, мин бында өс сәғәт һерәйеп торам!”
– Ҡотҡарыусыларҙы кем саҡырҙы?
Әллә ҡайҙан илап шешенеп бөткән ҡатын килеп сыҡты:
– Мин саҡырҙым. Унда минең бәпесем... Рустигым... Зинһар өсөн тиҙерәк ҡыла­нығыҙ!
– Малайыңа нисә йәш?
– Ҡырҡ алты.

Ф. ҠОТЛОБИРҘИН.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас