+17 °С
Дождь
Ғәләмәт бит
3 Августа 2022, 07:00

Белеп ҡалһа, үлтерәсәк

Мин уны өс көн буйы эсерҙем, һуңынан загсҡа алып барҙым да: “Беҙ почтала, һиңә бандероль килгән, ҡулыңды ҡуй”, – тинем.

Белеп ҡалһа, үлтерәсәкБелеп ҡалһа, үлтерәсәк
Белеп ҡалһа, үлтерәсәк

***
– Бер юлы ике ир менән осрашам, ҡайһыһын һайларға ла белмәйем.
– Ә йөрәгең ни ти һуң?
– Белеп ҡалһа, үлтерәсәк, ти.
***
– Һин ҡасан да булһа ҡатыныңа уның ту­раһында нимә уйлағаныңды әйткәнең бармы?
– Теләйһеңме, башымдағы яра эҙен күрһәтәм.
***
Ҡатыны – иренә:
– Ҡәҙерлем, мин аш-һыу бүлмәһендә борщ өсөн бөтә аҙыҡ-түлекте лә ҡалдыр­ҙым, һиңә бешереп ашарға ғына ҡала. Яраймы?
– Һөйөклөм, был бит мин һиңә былай тип әйткән кеүек: “Мин гаражда машинаның бө­тә деталдәрен дә ҡалдырҙым, һиңә уны йыйып йөрөргә генә ҡала”.
***
Ир-ат аҙ һүҙле булырға тейеш: уға ни ба­ры өс һүҙ әйтһә лә етә: яратам, алам, кит­­тек!
***
– Һөйөклөм, һин төнө буйы кемгә Әҡ­лимә тип өндәштең ул?
– Һин уны белмәйһең, беҙ төштә та­ныштыҡ.

Фото: Яндекс Дзен

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас