+13 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
12 Августа 2022, 07:00

Айыҡ ауыл

(Мәрәкә икән) Ошо конкурс иғлан ителгәс, Көмөшкә ауылы силсәвите Хәрисә йыйылыш йыйып алды.– Конкурста ҡатнашабыҙ һәм мотлаҡ еңәбеҙ! – тине ул һуҡ бармағын юғары күтәреп.

Айыҡ ауылАйыҡ ауыл
Айыҡ ауыл

Ярай һуң... – тиеште уның эргәһендәге ярҙамсылары. Уларға ҡайҙа ҡатнашһалар ҙа барыбер ине, аҡса тамһа булды.
–Әйткәндәй, ауылдың исемен үҙгәртергә кәрәк башта. Көмөшкә тигән атама менән конкурста ҡатнашыуы... – был ауылда инде утыҙ йыллап килен булып торһа ла, ҡыҙыҡһынмаған икән ауыл башлығы.
–Ысын исеме Кәрешкәме, Көндәшкәме, Кедәшкәме ул... Беҙҙә иң оҫта көмөшкә етештереүселәр йәшәгәс, күрше-тирә яҡтар шулай хөрмәт йөҙөнән Көмөшкә тигән дә ҡуйған инде, – араларындағы иң олоһо булған Закир ҡарт тарихты белгәс, аңлатма бирҙе.
–Улайһа, иң беренсе ауылдың ысын исемен ҡайтарабыҙ!
–Ярай, араҡы алып килеп һатыусыларҙы аҙыраҡ баҫып торорға була, ә бына Шәрифә әбейҙе ни эшләтербеҙ икән? Уны бит полиция ла, министр ҙа тыя алмай? Уның ейәне өлкәлә судья булып ултыра.
Оҙаҡ ҡына баш ватҡас, шундай фекергә килделәр: инәйҙең көмөшкәһен минерал һыу итеп сығартасаҡтар. Шешәләренең тышына йәбештереп ҡуйыу өсөн бына тигән этикеткалар әҙерләп бирәләр ҙә, әйҙә һатһын әйҙә.
–Йыл әйләнәһенә эсеп урам тапағандарҙы ҡайҙа итәбеҙ? Һәр береһен бикләп ҡуйып булмай? – медик Рәйсә тағы бер проблема күтәрҙе.
Тағы ла фекерләшеп алдылар ҙа, юлын таптылар. Лагер ойошторорҙар! Ҡырҙа, йылға буйында, палаткалар ҡороп, ҡаҙандар аҫып, ашнаҡсы һәм ҡойоп тороусы билдәләп, йәғни держур графигы төҙөп, эскеселәрҙе әүрәтеп тотоп торорҙар. Бына ҡайҙа йоморо баштар, ә?!
–Ир-ат йыйып шағараҡ ҡороп ятыусы фәхишә Галя-Ғәлиәне ҡалайтырбыҙ икән? Уның йорто янында көн дә байрам-туй.
–Шәрифә әбей кеүегерәк итербеҙ, – силсәвиттең идея артынан идея ғына тыуып тора әллә.
–Нисек? Унда ла минерал мы?
–Ю-уҡ!
–Ҡапҡаһына матур итеп яҙып таҡтаташ ҡуябыҙ. Йәғни, шифалы массаж салоны йәки спа-салон.
–О-о! Бик шәп буласаҡ. Шәхси эшҡыуарыбыҙ, тип, отчет бирербеҙ унан.
–Була!
Инде йомғаҡлайбыҙ тигәндә, тағы ла бер мәсьәлә сыҡты.
–Төрмәнән ҡайтҡан ағалы-энеле Харисовтарҙы ҡайҙа итеп торорбоҙ икән? Уларға бит закон юҡ.
Хәрисә башын тырнап ултырып алды. Уға бухгалтер Сәлих ярҙамға килде:
–Хәрисә апай, әллә быйыл ялға бармайбыҙмы?
–Нисек?
–Ну, һин дә... һеҙҙең ғаилә, мин дә... минең ғаилә... Силсәүит аҡсаһына Харисовтарға Сочиға юлланма алып бирәйек. Шунда ял итеп ҡайтҡандарынса, беҙ бәйгене үткәреп тә бөтәсәкбеҙ.
Хәрисә ауырыҡһынып булһа ла ризалашты. Башҡа сараһы юҡ ине.
–Ярай. Сочи ҡалаһының енәйәт өлкәһен күтәреп ҡайтһындар әле.
Артабан ауылда бәйгес эсендәге бәйге иғлан ителде: кем дә кем бер ай эсмәй һәм көмөшкә һатып алмай түҙә – шуларға бүләктәр. Беренсе урынға – йылҡы. Икенсе урынға – быҙау. Өсөнсөгә – һарыҡ. Һәм, ышанаһығыҙмы, булды ла! Ниндәйҙер бәйгелә еңмәһә Хәрисә Хәрисә буламы инде ул? Еңде! Алып ҡайтты мәртәбле исемде. Йыуҙылар! Шәрифә әбейҙең минералкалары менән.

Сабит МИДӘТҒӘЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас