

Бер ҡосаҡ сәскә йыйып юлға сыҡһа, күҙе маңлайына менә, машинаһы ҡалдырып киткән урынында юҡ. Тегеләй ҡарай, былай ҡарай, тапмай.
“Урлағандар... – тигән уй төшә башына. – Асҡысты алып, ишекте бикләмәгәйнем шул. Тиҙ урай, имеш”. Елкәһен тырнап, бер килке уйланып торғас, яҡындағы ЮХХДИ посын иҫенә төшөрә. Сәскәләрен ырғыта ла, шунда йүгерә.
– Машинамды урланылар! Ярҙам итегеҙ!
– Көрән төҫтәге “Жигули”ҙымы?
– Эйе, шул үҙе! Таптығыҙҙамы ни? Ҡайҙа?
Яуап бирәһе урынға гаишниктар көлөргә тотона:
– Туҡтағас, машинаңды тормозға йүнләп һалмағанһың, ул тауҙан түбәнгә тәгәрәгән. Ҡаршы юлға сыҡҡас, “Ауди”ға бәрелгән. Ышанмаһаң, ҡара, ана тора, янында – иномарканың хужаһы. Уның хәлен күҙ алдына килтер: тыныс ҡына килгән ерҙән кемдер машинаһын төкөй. Иҙмәһен иҙәм тип сыҡһа, руль артында бер кем дә юҡ!
Ә. ЙӘЛИЛОВ.
Аҡса килтерәм
Ир күҙ йәштәрен түгә-түгә машинаһын ҡосаҡлай, капотты, ишектәрҙе үбә. Икенсе ир унан һорай:
– Һатаһыңмы әллә?
– Юҡ, ҡатыным танытма алды.
***
Ҡыҙыҡ: әгәр шофер тәҙрәнән урта бармағын күрһәтһә, ҡайһы яҡҡа борола икән?
***
ЮХХДИ хеҙмәткәре ағасҡа барып бәрелгән машинанан өс иҫерек ирҙе тартып сығара:
– Руль артында кем ине?
– Барыбыҙ ҙа артта ултыра инек.
***
Гаишник машина туҡтата, руль артында – эт. Артта ир ултыра. Гаишник:
– Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә, рулде эткә тотторғанһың?
– Бында минең бер ҡыҫылышым да юҡ. Мин ҡул күтәрҙем, ул туҡтаны...
***
– Кәйефең ниңә шул ҡәҙәр шәп?
– Миңә тиҙлекте арттырған өсөн штраф килде. Унда фотоһүрәт тә бар. Мин шул ҡәҙәр матур сыҡҡанмын.
***
Гаишник тиҙлекте арттырған машинаны туҡтата.
– Бында тиҙлек 60 километр булырға тейеш, ә һеҙ 80 менән бараһығыҙ, ҡайҙа былай ашығаһығыҙ?
– Һеҙгә аҡса килтерергә.