-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
24 Август 2022, 15:00

Иң ҡот осҡосо

Ҡыҙыбыҙҙы мәктәпкә әҙерләнек. Тотонолған аҡсаға ҡарағанда, әй­терһең, кейәүгә бирҙек. ***

Иң ҡот осҡосо
Иң ҡот осҡосо

Элек мин дәрестәргә әҙерләнеүҙе донъялағы иң ҡот осҡос шөғөл тип уйлай инем. Булмайыраҡ торһон әле, иң ҡот осҡосо – балаң менән бергә өйгә эштәрҙе эшләү.
***
I класта уҡыусы улым менән йо­маҡ ҡоябыҙ.
– Һин мәктәпкә 10 минут бараһың. Әгәр дуҫың менән барһаң, күпме ваҡыт китә?
– 20 минут.
– Ни өсөн?
– Беҙ мәктәпкә барышлай мага­зинға инеп сығабыҙ.
***
Йәш ата менән әсә улын 1 сен­тябрҙә мәктәпкә оҙата. Дәрестәр бөткәс, уның ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көтәләр. Улдары өйҙөң ишеген асып ингәс тә, сумкаһын ырғыта:
– Ни өсөн миңә был эштең 11 йылға һуҙыласағын әйтмәнегеҙ?!
***

Уҡыусы мәктәпкә ваҡытында килмәй. Уҡытыусы:
– Ни өсөн һуңланың?
– Әсәйем йөҙ тәңкә аҡсаһын юғалтты?
– Бында һинең ниндәй ҡыҫы­лы­шың бар?
– Ә мин аҡсаға баҫып торҙом.
***
Мәктәп иншаһынан: “Минең ду­ҫым Рудик – бик сағыу шәхес. Унда зәңгәр күҙҙәр, ҡыҙыл ирендәр, ерән сәстәр һәм йәшел свитер”.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас