

Бер көн Лао-цзы янына киткән. Конфуций унан йәшкә оло булғанлыҡтан, шуға торошло ҡаршыланыуын көткән. Әммә Лао-цзы уны өлтөрәп ҡаршы алмаған, ултыр, тимәгән, хатта бөтөнләй иғтибар күрһәтмәгән һымаҡ булған.
- Был ниндәй Остаз?! – тип йәне көйгән Конфуцийҙың. – Нимә? Һеҙ тәртип ҡағиҙәләрен тотмайһығыҙмы?
- Әгәр ҙә ултырғығыҙ килһә, ултырығыҙ, баҫып торорға теләһәгеҙ, баҫып тороғоҙ. Мин кем инде ул һеҙгә нимәлер әйтергә? Был – һеҙҙең тормош. Мин – ҡыҫылмайым, – тигән Лао-цзы.
Конфуций шаҡ ҡатҡан. Ул “юғары кеше” тураһында һөйләшмәксе булған.
Тегеһе көлөп кенә:
- Мин бер ҡасан да “юғары” йә “түбән”де күрмәнем. Кеше кеше инде. Ағас ағас булған кеүек. Барыһы ла бер үк ғаләмдә. “Өҫтәгеләр” һәм “аҫтағылар” юҡ. Быларҙың барыһы ла мәғәнәһеҙлек, – тигән.
Фото: epochtimes.ru
"Йәшлек" гәзитенән.