+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
26 Сентябрь 2022, 18:30

Сауҙагәр

Төрөкмән илендә диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан Ҡараҡом сүллегенән аэропортҡа ҡарай бер сауҙагәр машинала елдерә. Гонаһҡа ҡаршы, барыр еренә илле саҡрым ҡалғас, джибының моторы сафтан сыға. Сүллектә ҡуй көтөп йөрөгән төрөкмән сауҙагәр ҡырына килеп хәл белешә.

Сауҙагәр
Сауҙагәр

– Бында, ҡом убалары араһында, һеҙгә ярҙам итерҙәй кеше юҡ, берәй машина килеп сығырына ла өмөт аҙ. Аҙналар буйы бер машина ла үтмәҫкә мөмкин.
– Миңә ни эшләргә һуң?
– Берҙән-бер сара – дөйәгә атланып китеү.
– Улайһа, дөйәгеҙҙе тиҙерәк килтерегеҙ.
– Әйҙәгеҙ, ул һеҙҙе борхан артында көтә. Тик белегеҙ, һеҙгә дөйәне джипҡа алышырға тура киләсәк. Башҡа-баш.
– Нимә? Беләһеңме, джип күпме тора? Был бит күрәләтә талау.
– Сүллектә уның хаҡы ишәк хаҡына ла тормай.
Нимә эшләһен сауҙагәр? Риза булмай ҡайҙа китһен? Ҡанундары уларҙың үҙҙәрендә.
Дөйәгә атланып ултырыуын ултыра, ә йөрөтөү ҡағиҙәләрен белмәй.
– Әй, төрөкмән, ҡуҙғалыу өсөн нимә эшләргә?
– Ә-ә, фу-фу тип әйтеү етә. Шулай тиһәң, юртып китер.
– Туҡтатырға кәрәк булһа?
– Амин тиһәң дә еткән, туҡтар.
– Был һүҙҙе әйтмәһәм, Ер шарын урап үтерме?
Төрөкмән сауҙагәрҙең һуңғы һүҙҙәрен әллә ишетмәне, фу-фу тип әйтеүе булды, дөйә юртып китеп барҙы. Бер сәғәт саба былар, ике сәғәт. Барып етергә лә күп ҡалмай. Ана, офоҡта аэропорт һыҙаттары күренә. Әллә бәлйерәп барғанға ойоп китте сауҙагәр. Бер заман күҙен асып ебәрһә, алда... тәрән упҡын. Дөйә туп-тура шунда ҡарай юрғалай.... Дөйәне туҡтатырға фу-фу тип әйтеп ҡуйҙы. Яйланы дөйә, ә барышы һаман да упҡынға табан. Туҡтатыр һүҙен онотто бисара. Әжәлемә барам, ахырыһы, тип, Фатиха сүрәһен уҡырға тотондо. Уңарсы дөйә упҡын ситенә етте лә бер аяғын ярлауға һуҙҙы. Нәҡ ошо мәлдә сауҙагәр, доғаһының һуңғы ижеген “үә-ләд-дааалин амин” тип бөтөрөүгә, дөйә упҡынға һуҙған аяғын кире алды ла хәүефһеҙ урынға сигеп ҡуйҙы. Сауҙагәр иҫән ҡалғанына шатланып, маңлай тирен һөрттө, еңеллек тойоп, тын алды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән, онотолоп, фу-фу тигән ауаз сығарҙы...
“Туҡта! Ҡа-а-ай-ҙа? Тп-ру! Амин, амин”, – тип әйткәндәре дөйәне кире бора алманы. Сауҙагәрҙең а-а-а тип йән өшөткөс һөрән һалыуы тәрән тарлауыҡҡа төшкән һайын аҡрыная барҙы.
Тирә-яҡ тынып ҡалды...

Радик ӘХМӘТОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас