+30 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
28 Сентября 2022, 06:00

Мәҙәктәр – мәрәкәләр

Завод ҡаҙанлығы Нисәнсе йыл булғандыр, хәтер­ләмәйем, үҙемдә Nokia 3310 телефоны барлығы ғына иҫемдә. Зәңгәр төҫтә. Тағы ла эҫе һыу менән өҙөклөк булды. Олатайыма өй телефонына шылтыртам.

Мәҙәктәр – мәрәкәләрМәҙәктәр – мәрәкәләр
Мәҙәктәр – мәрәкәләр

– Олатай, сәләм!
– Сәләм!
– Һеҙҙә эҫе һыу бармы?
– Эйе, беҙҙә һәр ваҡыт бар.
(Һорау риторик, сөнки уларҙа колонка).
– Улайһа, мин кис көнө һеҙгә йыуынырға барам.
– Кил, ә ҡайҙа барырға икәнен беләһеңме?
– Эмм...
– Ә һин ҡайҙа шылтыратаһың?
– Олатайыма... үҙемдекенә...
– Ә был завод ҡаҙанлығы.

Тағы ла ҡарай алаһың

Башта “һаҡаллы” көләмәс.
Студент ҡыҙы менән ресторан янында йөрөй.
– Ой, нисек тәмле аңҡый!
– Һиңә оҡшанымы? Әйҙә, тағы бер тапҡыр үтәбеҙ!
Хәҙер ҡисса.
Косметика магазинында эшләйем. Егет менән ҡыҙ инде. Ҡыҙ төрлө лактар ҡуйылған стеллаж янына барҙы. Егете янында баҫып тора.
– Быны ҡарарға мөмкинме? Ой, миңә шул тиклем оҡшай...
Егет яғына ҡараны. Уныһы тыныс.
–Быныһын күрһәтегеҙ әле... Ой, ниндәй шәп!.. Күптән алғым килә ине...
Егет битараф.
Тағы ла бер нисә лак, ымлауҙар, егет яғына ҡарап алыуҙар... Һөҙөмтәһеҙ. Ҡыҙ ауыр һуланы, егеткә үкенесле тауыш менән:
– Йә, ярай, киттек, – тине.
Егет:
– Теләһәң...
Ҡыҙҙың йөҙө айҙай балҡыны, ә егет дауам итте:
– Тағы ла бер тапҡыр ҡарай алаһың!

Битлек
Дүшәмбелә Денис эшкә килгәндә йөҙө ағарған, күҙҙәре ҡыҙарғайны, битендә медицина битлеге. Иртәнге кәңәшмәлә иң артта ултырҙы.
Кәңәшмәнән һуң осрашыуға киттем, төшкә генә урап килдем. Денис урынында юҡ ине, етәксебеҙ башҡаларға сирен йоҡтормаһын тип ҡайтарып ебәргән.
Эштән һуң шылтыратып хәлен белмәксе булдым. Баҡтиһәң, Денискә Мәскәүҙән ағаһы ҡайтҡан, төнгө сәғәт өскә тиклем эсеп ултырғандар. Араҡы еҫе сыҡмаһын өсөн битлек кейгән икән.
Тауышы ҡәнәғәт, барҙа һыра эсеп ултыра.

Ғәжәпләнеү
Мин насарыраҡ күрәм. Автобуста китеп барғанда ҡарашым ерән бесәй тотҡан егеткә төштө, ул бесәйҙең маңлайынан өҙлөкһөҙ үбә ине.
Ғәжәпләнеп бөтә алманым, шул тиклем дә бесәй яратҡан кеше булыр икән. Ғәжәпләнеүҙән егеттең ҡулында бесәй түгел, ә чебурек күргәс кенә туҡтаным.

Ә. ИМАНҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас